Яңылыҡтар архивы

«Иман нуры» республика пьесалар конкурсында еңеүсе 300 мең һум аҡса аласаҡ

«Иман нуры» республика пьесалар конкурсында еңеүсе 300 мең һум аҡса аласаҡ

Йома, 28 октябрь 2011
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Хәмзә хажи Аҡбарҙың хәйриә фонды менән берлектә «Иман нуры» республика конкурсын үткәреү тураһында иғлан итте.
Туймазы районы халҡы театр ярҙамында һайлауҙарҙа ҡатнашырға саҡырыла

Туймазы районы халҡы театр ярҙамында һайлауҙарҙа ҡатнашырға саҡырыла

Йома, 28 октябрь 2011
Туймазы районында халыҡты театр ярҙамында һайлауҙарҙа әүҙем ҡатнашырға саҡыралар. Райондың рәсми сайтында хәбәр ителеүенсә, Собханғол ауылының агитация-художество театры махсус программа әҙерләгән.
Тәтешле районында Башҡортостан удмурттары милли мәҙәниәтте үҫтереү мәсьәләләрен тикшерә

Тәтешле районында Башҡортостан удмурттары милли мәҙәниәтте үҫтереү мәсьәләләрен тикшерә

Йома, 28 октябрь 2011
Тәтешле районының Яңы Тәтешле ауылында бөгөн Башҡортостан удмурттары республика милли-мәҙәни үҙәгенең отчет-һайлау конференцияһы үтә.
Стәрлетамаҡта Башҡортостандың иң яҡшы фольклор коллективтары йыйыласаҡ

Стәрлетамаҡта Башҡортостандың иң яҡшы фольклор коллективтары йыйыласаҡ

Йома, 28 октябрь 2011
1 — 3 ноябрҙә Стәрлетамаҡта «Ашҡаҙар таңдары» республика башҡорт фольклоры байрамы үтәсәк.
Башҡортостан музыканттары абруйлы халыҡ-ара баянсылар конкурсында наградалар яуланы

Башҡортостан музыканттары абруйлы халыҡ-ара баянсылар конкурсында наградалар яуланы

Кесе йома, 27 октябрь 2011
Өфө сәнғәт училищеһының икенсе курс студенттары Альберт Шафиҡов һәм Юнир Әхмәтйәнов Францияның Рубэ ҡалаһында үткән «Sur 3 not’s» халыҡ-ара баянсылар конкурсында еңеү яуланы.
Күмертауҙа «Халыҡ-ара диалог: «Башҡортостан - Германия» фестивале үтте

Күмертауҙа «Халыҡ-ара диалог: «Башҡортостан - Германия» фестивале үтте

Кесе йома, 27 октябрь 2011
Күмертауҙа Башҡортостанда милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналған «Халыҡ-ара диалог: «Башҡортостан — Германия» фестивале үтте.
Стәрлебаш районында милли мәҙәниәттәр көндәре үтте

Стәрлебаш районында милли мәҙәниәттәр көндәре үтте

Кесе йома, 27 октябрь 2011
Башҡортостандың Стәрлебаш районында милли мәҙәниәттәр байрамдары үтте. Айҙарәле ауылында – «Рус мәҙәниәте көнө», Йәлембәт ауылында «Башҡорт мәҙәниәте көнө» уҙғарылды.
«Урал батыр»ға ауаздаш «Олонхо»

«Урал батыр»ға ауаздаш «Олонхо»

Кесе йома, 27 октябрь 2011
Кисә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Саха (Яҡут) Республикаһынан килгән делегация үҙ халҡының “Олонхо” героик эпосы менән таныштырҙы.
Гәзит — тәү сиратта уҡытыусының өҫтәл китабы

Гәзит — тәү сиратта уҡытыусының өҫтәл китабы

Шаршамбы, 26 октябрь 2011
Республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайышында сәнәғәт һәм мәҙәниәт үҙәге — Нефтекамала төрлө милләт халҡы бер ғаилә булып йәшәй.
Өфөлә Ғабдулла Туҡайға һәйкәл ҡуйыласаҡ

Өфөлә Ғабдулла Туҡайға һәйкәл ҡуйыласаҡ

Шаршамбы, 26 октябрь 2011
Башҡортостандың баш ҡалаһында бөйөк татар шағиры Ғабдулла Туҡайға һәйкәл Өфө «Нур» татар дәүләт театры алдында ҡуйыласаҡ. Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте шундай ҡарар ҡабул итте.
Ираҡ Башҡортостанда туризмды үҫтереү менән ҡыҙыҡһына

Ираҡ Башҡортостанда туризмды үҫтереү менән ҡыҙыҡһына

Шаршамбы, 26 октябрь 2011
Ираҡ Башҡортостандың Урал аръяғы райондарында туризмды үҫтереү менән ҡыҙыҡһына. Был өлкәлә хеҙмәттәшлек итеү өсөн Сибайға визит менән «Әл-Аламейн» туристик компанияһы директоры Акил Дахи Нажи килде.
Рөстәм Хәмитов Вилдан Яруллин һәм Салауат Фәтхетдинов менән осрашты

Рөстәм Хәмитов Вилдан Яруллин һәм Салауат Фәтхетдинов менән осрашты

Шишәмбе, 25 октябрь 2011
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Вилдан Яруллин һәм Рәсәйҙең, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Татарстандың халыҡ артисы Салауат Фәтхетдинов менән осрашты.
Шаяндар һәм тапҡырҙар клубының «Асмандарға ашыу» республика фестивале кубогын Екатеринбург командаһы яуланы

Шаяндар һәм тапҡырҙар клубының «Асмандарға ашыу» республика фестивале кубогын Екатеринбург командаһы яуланы

Шишәмбе, 25 октябрь 2011
Стәрлетамаҡта үткән Шаяндар һәм тапҡырҙар клубының «Асмандарға ашыу» икенсе республика фестивале кубогын Екатеринбургтан «Ҡыш» командаһы яуланы.
Өфө сәхнәһендә — итальян артистары

Өфө сәхнәһендә — итальян артистары

Шишәмбе, 25 октябрь 2011
Быйыл Башҡортостанда Италия йылы тип иғлан ителгәйне. Шуға ла республикабыҙға итальяндарҙың килеүе — ғәҙәти күренеш.
Башҡорт опера һәм балет театры солисткаһы Әлфиә Кәримова Испанияла халыҡ-ара конкурс лауреаты булды

Башҡорт опера һәм балет театры солисткаһы Әлфиә Кәримова Испанияла халыҡ-ара конкурс лауреаты булды

Дүшәмбе, 24 октябрь 2011
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисткаһы Әлфиә Кәримова ошо көндәрҙә Испанияла Халыҡ-ара вокалсылар конкурсында еңеү яулаған.
Сәйетбаба ауылында Жәлил Кейекбаев тураһында фәнни-ғәмәли конференция үтәсәк

Сәйетбаба ауылында Жәлил Кейекбаев тураһында фәнни-ғәмәли конференция үтәсәк

Дүшәмбе, 24 октябрь 2011
19 ноябрҙә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында башҡорт төркиәтсеһе, телсе, яҙыусы, профессор Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған фәнни-ғәмәли конференция үтәсәк.
Рөстәм Хәмитов «Беҙҙең заман геройы» телефестивале конкурсанттарын наградлау тантанаһында ҡатнашты

Рөстәм Хәмитов «Беҙҙең заман геройы» телефестивале конкурсанттарын наградлау тантанаһында ҡатнашты

Дүшәмбе, 24 октябрь 2011
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Беҙҙең заман геройы» социаль әһәмиәтле телетапшырыуҙар һәм телефильмдар фестивале сиктәрендә «Замандаш экранда» ижади конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһында ҡатнашты.
Наил Ғәйетбаевҡа «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелде

Наил Ғәйетбаевҡа «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелде

Дүшәмбе, 24 октябрь 2011
Билдәле башҡорт яҙыусыһы, драматург, прозаик, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наил Ғәйетбаевҡа «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән почетлы исем бирелде.
Заман геройҙары — Өфөлә

Заман геройҙары — Өфөлә

Йома, 21 октябрь 2011
Беҙҙең замандың геройы ниндәй һуң ул? Ошо һорауға яуапты Өфөлә табырға тырышасаҡтар. Баш ҡалабыҙ V Бөтә Рәсәй “Беҙҙең заман геройы” социаль әһәмиәтле телетапшырыуҙар һәм телефильмдар фестивален ҡабул итә.
Өфөлә «Урал-Волга буйы этностары һәм мәҙәниәттәре: тарихы һәм бөгөнгөһө» V бөтә Рәсәй конференцияһы үтә

Өфөлә «Урал-Волга буйы этностары һәм мәҙәниәттәре: тарихы һәм бөгөнгөһө» V бөтә Рәсәй конференцияһы үтә

Йома, 21 октябрь 2011
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Р.Ғ.Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтында «Урал-Волга буйы этностары һәм мәҙәниәттәре: тарихы һәм бөгөнгөһө» V бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы эшен башланы, уны Рәсәй Фәндәр академияһы Президиумының «Йәш ғалимдарға ярҙам» программаһы ярҙамында институттың Йәш ғалимдар советы үткәрә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb