Сәйетбаба ауылында Жәлил Кейекбаев тураһында фәнни-ғәмәли конференция үтәсәк

Сәйетбаба ауылында Жәлил Кейекбаев тураһында фәнни-ғәмәли конференция үтәсәк

19 ноябрҙә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында башҡорт төркиәтсеһе, телсе, яҙыусы, профессор Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған фәнни-ғәмәли конференция үтәсәк. Конференцияла башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашасаҡ. Был форум профессор юбилейына арналған сараларҙың аҙаҡҡыһы буласаҡ.

Конференция сиктәрендә форум делегаттары «Сәйетбаба» тарихи-мәҙәни үҙәге ҡарамағындағы Ҡаранйылға ауылында урынлашҡан ғалим музейына һәм Жәлил Кейекбаев исемендәге урта мәктәпкә барасаҡ.

— Уғаса районда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының конференцияһы үтәсәк, — тине Рәүилә Лоҡманова. – Унда уҡытыусылар ғына түгел, уҡыусылар ҙа сығыш яһаясаҡ. Презентациялар, альбомдар, стендтар әҙерләнә.

Был хаҡта «Башинформ» агентлығына «Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Рәүилә Лоҡманова хәбәр итте.

Автор: Тимур Рәхмәтуллин

«Башинформ» ИА

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb