«Иман нуры» республика пьесалар конкурсында еңеүсе 300 мең һум аҡса аласаҡ

«Иман нуры» республика пьесалар конкурсында еңеүсе 300 мең һум аҡса аласаҡ

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Хәмзә хажи Аҡбарҙың хәйриә фонды менән берлектә «Иман нуры» республика конкурсын үткәреү тураһында иғлан итте.

Әхлаҡ, изгелек, дуҫлыҡ, матурлыҡ тойғоларын тәрбиәләү, йәмғиәтте социаль һәм рухи проблемаларҙан азат итеү, шулай уҡ Башҡорт драма театры репертуарын байытыу конкурстың төп маҡсаттары булып тора. Бәйге йәш таланттарҙы асыҡларға ярҙам итәсәк, тип иҫәпләй ойоштороусылар.

Конкурста ҡатнашыусы пьесалар үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы һәм заманса булырға тейеш. Бәйге 30 октябрҙән 2012 йылдың 30 апреленә тиклем дауам итәсәк. 300 мең һум аласаҡ еңеүсе исеме 15 июндә — театрҙың әлеге миҙгелен ябыу көнөндә иғлан ителәсәк, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына театрҙың матбуғат хеҙмәтенән.

автор: Әлфиә Әһлиуллина

«Башинформ»

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb