Тәтешле районында Башҡортостан удмурттары милли мәҙәниәтте үҫтереү мәсьәләләрен тикшерә

Тәтешле районында Башҡортостан удмурттары милли мәҙәниәтте үҫтереү мәсьәләләрен тикшерә

Тәтешле районының Яңы Тәтешле ауылында бөгөн Башҡортостан удмурттары республика милли-мәҙәни үҙәгенең отчет-һайлау конференцияһы үтә. Тәтешле, Яңауыл, Борай, Балтас, Йәрмәкәй, Илеш, Кушнаренко, Ҡалтасы райондарынан, Нефтекама, Өфө ҡалаларынан, Удмуртия һәм Пермь крайынан 130-ҙан ашыу делегат килгән. Ултырышта Башҡортостан Президенты Хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы урынбаҫары Ришат Сабитов, «Удмурт кенеш» Бөтә Удмуртия ассоциацияһы президенты урынбаҫары Татьяна Ишматова, Башҡортостан һәм Удмуртия Хөкүмәттәренең, йәмәғәт ойошмаларының вәкилдәре ҡатнаша.

Конференцияла ҡатнашыусылар Башҡортостан удмурттарының төп йәмәғәт ойошмаһының, тарих-мәҙәниәт үҙәгенең биш йыллыҡ эшмәкәрлеген һәм уның артабанғы үҫешен, халыҡ мәҙәниәтен һаҡлау, тел проблемалары, республикала удмурт йәштәре ойошмаһын булдырыу, үҫеп килеүсе йәш быуынды рухи һәм әхлаҡи йәһәттән үҫтереү өсөн күләмле мәҙәни һәм спорт саралары үткәреү мәсьәләләрен тикшерә. Удмурт телендә сыҡҡан «Ошмес» республика гәзитенә ярҙам итеүгә айырым иғтибар биреләсәк.

Башҡортостан удмурттарының республика милли-мәҙәни үҙәге удмурттарҙың милли мәҙәниәтен, уларҙың телен, милли традицияларын, этник үҙенсәлеген һаҡлау һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеү, халыҡ араһында удмурт мәҙәниәтен һәм телен пропагандалау, мәҙәни һәм ижтимағи-сәйәси характерҙағы һәр төрлө ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итеү, мәҙәниәттәр диалогына булышлыҡ итеү һәм ойошма ағзаларының милли һәм социаль мәнфәғәттәрен урындағы һәм төбәк власть органдарында күрһәтеү һәм яҡлау маҡсатында 1996 йылда ойошторолған.

Был ойошма ярҙамында йола байрамдары үткәрелә, биҙәү-ҡулланма сәнғәт түңәрәктәре эшләй.

Ауыл йәштәрен уҡытыу буйынса ҙур эш алып барыла. Ошо маҡсатта үҙәк Нефтекама педагогия колледжы, Удмурт дәүләт университеты, Ижевск медицина академияһы менән хеҙмәттәшлек итә. Бынан тыш, йыл һайын Башҡортостанда «Усточикар» («Оҫталар ҡалаһы») төбәк-ара лагеры ойошторола, унда профессиональ белгестәр балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтерә.

Автор: Тимур Рәхмәтуллин

«Башинформ»

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb