“Самрау” балалар театр студияһы отчет концертын уҙғара

“Самрау” балалар театр студияһы отчет концертын уҙғара

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия  драма теары эргәһендә эшләп килгән "Самрау" балалар театр студияһы тамашасыларҙы, дуҫтарҙы, атай-әсәйҙәрҙе үҙенең отчет концертына саҡыра.

Студияла ижади тормош гөрләй, йәш артистар аҙнаһына ике тапҡыр үҙҙәренең уҡытыусылары менән осрашыуға, мауыҡтырғыс дәрескә, танылған сәхнә артистары менән йәнә аралашырға, тип театрға ашыға.

Тамаша-концерт 30 майҙа Зәки Вәлиди урамы, 34 адресы буйынса, 18.00 сәғәттә театрҙың Бәләкәй залында уҙасаҡ.

Ял көндәрен файҙалы һәм күңелле үткәрегеҙ, балаларығыҙ менән бергә театрға килегеҙ, хөрмәтле атай-әсәйҙәр. Беҙҙең йәш таланттар тәҡдим иткән күңелле этюдтар, шаян һәм лирик бейеүҙәр, шиғырҙар, йырҙар һеҙҙең кәйефтәрҙе күтәрер.

Рәхим итегеҙ! Инеү бушлай.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb