Бөгөн Өфөлә «ҙур этнографик диктант» халыҡ-ара акцияһы утте

Бөгөн Өфөлә «ҙур этнографик диктант» халыҡ-ара  акцияһы утте

Бөгөн, 3 ноябрь көнө, Халыҡлар берҙәмлеге көнө алдынан Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә «ҙур этнографик диктант» халыҡ-ара  акция утте. БДУ-ның Гуманитар корпусында  икенсе тапҡыр Өфө халҡы үҙенең этнографик белемен тикшерә алды. Бөгөн"Ҙур этнографик диктант" илебеҙҙең барлыҡ төбәктәрендә лә үтте.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, быйыл  "Ҙур этнографик диктант" сараһы халыҡ-ара статусҡа эйә булды, шунлыҡтан үҙҙәренең белемдәрен рәсәйлеләр генә түгел, ә сит илдә йәшәүсе ватандаштарыбыҙ ҙа тикшерә алды.

"Ҙур этнографик диктант"та теләгән һәр кем ҡатнаша ала ине. Тест һорауҙары теге йәки был миләттең йола, ғөрөф-ғәҙәттәре, аш-һыуы, халыҡтар араһында дуҫлыҡ һәм башҡа темаларҙы үҙ эсенә алған. Мәҫәлән, диктант өсөн яуаплы ведомство - Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ ҙур тест өсөн Башҡортостандан 10 һорау алған.

Сараны ойоштороусылар: Удмурт Республикаһының милли сәйәсәт министрлығы һәм Милләт эштәре буйынса федераль агентлыҡ, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм БР Халыҡтар дуҫлығы йорто.

Диктант һөҙөмтәләре 12 декабрҙә - Рәсәй Конституцияһы көнөндә билдәле буласаҡ.

Бөгөн Өфөлә «ҙур этнографик диктант» халыҡ-ара  акцияһы утте
Бөгөн Өфөлә «ҙур этнографик диктант» халыҡ-ара  акцияһы утте
Бөгөн Өфөлә «ҙур этнографик диктант» халыҡ-ара  акцияһы утте

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb