Салауат башҡорт драма театры күптән түгел төрөк халҡы алдында башҡортса спектакль ҡуйып, тамашасы һөйөүен яуланы. Актерҙар төрөк драматургы Тунджер Джюдженоглуның «Көтөлмәгән ҡунаҡ» спектакле менән Төркиәнең Трабзон ҡалаһында уҙғарылған, 19-сы Халыҡ-ара Ҡара диңгеҙ театрҙар фестивалендә ҡатнашып ҡайттылар.
Фестивалдә ете ил: Рәсәй, Бөйөк Британия, Румыния, Бразилия, Грузия, Англия, Төркиә ҡатнаша. Салауат театры Башҡортостан ғына түгел, ә Рәсәй исеменән дә сығыш яһай.
Был әҫәр төрөк халҡына яҡшы таныш. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Салауат коллективын төрөктәр бик йылы ҡабул итә, билеттар аҙна дауамында һатылып бөтә. Залдан бер туҡтауһыҙ «Афарин!» тип ҡысҡырыуҙар, көслө алҡыштар актерҙарға тағы ла ҡыйыулыҡ, дәрт өҫтәй. Салауат артистарының уйнауы тамашасыларҙы ғына түгел, хатта уларҙың актерҙарын да аптырашта ҡалдыра.
Бындай сараларҙа ҡатнашыу артистарҙың, шулай уҡ театрҙың ижади үҫеше өсөн бик мөһим, тип иҫәпләй актерҙар.
Фестиваль Төркиәлә ниндәйҙер ярыш тип иҫәпләнмәй, шуға күрә еңеүселәр һәм еңелеүселәр юҡ. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла махсус приздар һәм дипломдар менән бүләкләнде.