Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры ижад миҙгелен яба

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры ижад миҙгелен яба

18 майҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 98-се ижад миҙгелен яба. 19.00 сәғәттә тамашасылар өсөн барлыҡ коллектив ҡатнашлығында ҙур театрлаштырылған тамаша буласаҡ. Миҙгел ябыу тантанаһы Ғаилә йылына арнала, тамашала бик бәләкәй генә ҡатнашыусылар ҙа сәхнәгә сығасаҡ.

Популяр, моңло йырҙар, спектаклдәрҙән өҙөктәр, бейеү, юмор – был көндө сәхнәлә халыҡ яратҡан, тамашасы көтөп алған театрлаштырылған тамаша буласаҡ.Шулай уҡ был көндө уҙған миҙгелдәге иң яҡшы ижади эштәр билдәләнәсәк, төрлө цехтарҙың уңған хеҙмәткәрҙәре бүләкләнәсәк.
Быйыл да коллектив матур йолаға тоғро ҡаласаҡ: 18.00 сәғәттә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури, шағир, драматург Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим һәм СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков һәйкәлдәренә сәскәләр һалынасаҡ.

Һәр йылдағыса театр миҙгеле ябылыу тантанаһында ижад емештәре барлана, маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары, шулай уҡ иң яҡшы тип табылған актер эштәрен билдәләнә.

 Быйыл да  Мәжит Ғафури исемедәге Башҡорт драма театры был матур йоланы дауам итә. Ижад миҙгелен ябыу өсөн быйылғы премьераларҙа уйнаған артистар өсөн тауыш биреү сараһы ойошторола.
Бының өсөн театрҙың Бәйләнештә селтәрендәге төрөкөмөнә инеп, беркетелгән яҙма аҫтында яратҡан артист өсөн тауыш бирергә кәрәк. Актерҙың исемен, фамилияһын һәм башҡарған ролен яҙыу мотлаҡ.

Тауыш биреү 17 май 23.00 сәғәткә тиклем барасаҡ.
Иҫкәрмә: быйылғы премьералағы эштәр генә иҫәпкә алына. Театр хеҙмәткәрҙәренең тауышы һаналмай.
98-се ижад миҙгеленең премьералары:
1. ПРОМЕТЕЙ. М.Кәрим
2. БАЛЛЫ, ТИРӘКЛЕ БАЛТИРӘК. А.Ишбулдина
3. ЭҘЛӘНЕМ, БӘҒЕРЕМ, ҺИНЕ... Т.Миңнуллин
4.
MOUSE STORY. Д.Урбан
5. ЗӨЛӘЙХА КҮҘҘӘРЕН АСА. Г.Яхина

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb