Халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуған көнө айҡанлы шиғыр бәйгеһе иғлан ителде

Халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуған көнө айҡанлы шиғыр бәйгеһе иғлан ителде

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 138 йыл. Ул 1880 йылда, яңы календарь буйынса 3 августа хәҙер үҙенең исемен йөрөткән Ғафури районы Еҙем Ҡаран ауылында тыуған. Ауыл мәҙрәсәһен тамамлай, артабан Троицк ҡалаһында - “Рәсүлиә”, Ҡаҙанда “Мөхәммәҙиә”, Өфөлә “Ғәлиә” мәҙрәсәләрендә уҡый. 1923 йылда әҙиптәр араһына тәүгеләрҙән булып уға Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелә. Шағир 1934 йылда вафат була.

 Халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуған көнө айҡанлы “Табын” район гәзите һәм Сәсәндәр мәктәбе менән берлектә Мәжит Ғафуриға арналған шиғыр конкурсы иғлан итте.

Шиғыр 40 юлдан (ғәҙәти 4 юллыҡ 5 куплет) артмаҫҡа тейеш. Бәйге шарттары буйынса өлкәндәр һәм уҡыусылар айырым баһалана.Уҡыусылар ижады бигерәк тә хуплана. Һәйбәт тип табылған шиғырҙар “Табын” гәзитенең Мәжит Ғафуриҙең тыуған көнөнә арналған махсус битендә донъя күрәсәк.

Иң шәп шиғырҙар  Сәсән тауышы төркөмөндә  тәҡдим ителәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb