"Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбле Франция тамашасыларын хайран итте

"Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбле Франция тамашасыларын хайран итте

"Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбле Франция тамашасыларын хайран итте. Ансамбль тәүҙә "Донъя бейеүҙәре һәм музыкаһы" Халыҡ-ара фестивале сиктәрендә ЮНЕСКО-ның Штаб-квартираһында сығыш яһап ҡайтты. 

"Донъя бейеүҙәре һәм музыкаһы" фестивале - Фольклор фестивалдәрен ойоштороу һәм халыҡ ижады буйынса халыҡ-ара советының (CIOFF) мөһим проекттарының береһе. Ул быйыл бишенсе тапҡыр үтте. Фестивалдең ошо юбилейына арналған концерт ЮНЕСКО-ның Штаб-квартираһында ойошторола.

Донъяның төрлө илдәрендә йәшәүсе халыҡтарҙың рухи мираҫын һаҡлауҙы һәм уларҙың мәҙәни төрлөлөгөн күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйған сараның ҡунаҡтарына Аргентина, Индонезия, Нигерия, Никарагуа, Эстония, Франция һәм Рәсәй артистары сағыу сығыштар бүләк итә.

Мәҙәни донъя аренаһында Рәсәйҙе "Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамбле күрһәтте. CIOFF Президенты Филипп Боссан ансамбль артистарына үҙе шәхсән саҡырыу ебәргән. Уның лайыҡлы билдәләүенсә, "Мираҫ" - Рәсәйҙең юғары профессиональ оҫталыҡҡа эйә булыусы иң яҡшы коллективтарының береһе. Артистар әйтеүенсә, башҡорт бейеүҙәрен, башҡорт ҡурайын зал аяғүрә баҫып, алҡыштарға күмгән.  

Сара сиктәрендә рәсми осрашыуҙар ҙа булған. Делегация етәксеһе, Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов менән ЮНЕСКО-ның мәғариф буйынса департаменты директоры Свейн Осттвейт осрашыуҙа артабан да мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләрен тикшерә. Билдәле булыуынса, 2016 йылдан Башҡортостан Республикаһы ЮНЕСКО-ның белем алыусы ҡалалары глобаль селтәренә ингәйне. Туризм, урбанистика үҫеше буйынса хеҙмәттәшлек итеү буйынса ла осрашыуҙар үткән. Шулай уҡ мираҫтарҙың был сәфәрен 2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк Бөтөн донъя фольклориадаһы алдынан республикабыҙ мәҙәниәтен һәм сәнғәтен тағы бер тапҡыр ситтәргә танытыу һәм күрһәтеү сараһы тип атаһаң да яңылыш булмаҫ. Шуға ла Бөтөн донъя фольклориадаһын ойоштороу мәсьәләләре лә иғтибарҙан ситтә ҡалмаған.
Өфө коллективының артабанғы сығыштары Францияның башҡа ҡалаларында дауам итә. Артистар Роман-сюр-Изер округында үткән "Es, Cultures et Traditions du Monde" Халыҡ-ара фольклор фестиваленең дә сағыу бер биҙәге булған. Асыҡ һауалағы сәхнәләрҙә сығыш яһау, урындағы халыҡ менән аралашыу, хатта йәмғиәт акцияларында ҡатнашыу артистарҙың да, тамашасыларҙың да күңеленә хуш килә. 40 йыллыҡ тарихы булған был фестивалдең тамашасылары ошо ваҡыт арауығында донъяның ниндәй генә коллективын күрмәгән. Быйыл унда Франция, Уганда, Чили, Һиндостан, Македония, Никарагуа, Перу һәм Рәсәй ҡатнаша. Төп саралар Роман-сюр-Изер ҡалаһында үтһә лә, мираҫтарға Бошастель, Сан-Дона һәм Бур де Пьяж ҡалаларында сығыш яһарға тура килгән. Иң яҡшы коллектив булараҡ, фестиваль көндәрендә һәр көндөң программаһын "Мираҫ" ансамбленә ябырға тура килгән. Тамашасыларға коллективтың иң матур номерҙары күрһәтелә. Фестивалдең аҙаҡҡы көнөндә ҡатнашыусылар милли кейемдәрҙә ҡала урамы буйлап үтә.
Сит илдәге гастролдәр "Халыҡ музыкаһы һәм бейеүҙәре континент-ара фестивале"ндә ҡатнашыу менән тамамланған. Унда "Мираҫ" ансамбле менән бер сәхнәлә Ҡырғыҙстан, Алжир, Уругвай, Колумбия артистары сығыш яһай.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb