Көйөргәҙе районының барлыҡ мәҙәниәт йорттарында ремонт эштәре бара

Көйөргәҙе районының барлыҡ мәҙәниәт йорттарында ремонт эштәре бара

Мәҙәниәт йорто күңел асыу урыны ғына түгел, ул халыҡты рухи йәһәттән байыта, ауыр ваҡыттарҙа кешенең күңелен күтәрә, йәшәүгә дәрт бирә торған урын да. Ошоно иҫәптә тотоп, Көйөргәҙе районының “Йәшлек” мәҙәниәт йорто директоры Ирина Песецкая: “Беҙгә йыл әйләнәһенә тынмай эшләр кәрәк”, - ти.

Ысынлап та, Көйөргәҙе районының барлыҡ ауылдарының клубтары, мәҙәниәт йорттары уның ҡарамағында. Уларҙың һәр ҡайһыһы өсөн дә яуаплы ул.
Мәҙәниәт кешеһе өсөн йәй бигерәк ҡыҙыу эш мәле, ә директор өсөн тағы ла тынғыһыҙыраҡ. Мәҙәниәт тигәс тә, гел бейеп-йырлап йөрөүҙе генә аңлатмай. Йәй айҙарында мәҙәниәт усаҡтарына ремонт эштәрен дә башҡарып өлгөрөргә кәрәк. Әлеге ваҡытта тап ошо ремонт эштәре башланырға тора ла, шуға документ юллау эштәре лә артҡан. Ошолар хаҡында беҙ “Йәшлек” мәҙәниәт йорто директоры Ирина Вацлавовнанан белештек.
- Оҙаҡламай көткән ремонт эштәре башланасаҡ, бының өсөн ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Быйыл күптән хыялланған “Йәшлек” мәҙәниәт йортонда ла төҙөкләндереү эштәре башҡарыласаҡ. Бының өсөн барлығы 97 млн. һумға яҡын суммаға смета төҙөлдө. 10 млн. һумдан артығырағына бинаның түбәһен алмаштырыу, 54. млн. һумға бүлмәләрҙе ремонтлау һәм 33 млн. һумға ҡорамалдар алыу ҡаралған. Шулай уҡ, балаларҙы ҡыуандырып, 13 млн. һумға музыка мәктәбенә лә ремонт яһаласаҡ.

Мәмбәтҡол мәҙәниәт усағында ла 150 мең һумға тәҙрәләрҙе алмаштырыу һәм ишектәрҙе яңыртыу өсөн әле смета төҙөү эше бара. “Берҙәм Рәсәй” партияһының тырышлығы менән 200 мең һумға Яҡшымбәт мәҙәниәт йортоноң тәҙрәләре алмаштырылһа, Бахмут клубында “Йәнтөйәк мәҙәниәте” проекты буйынса ремонт эштәре башҡарыласаҡ. Бында 500 мең һумға стеналарҙы һылау, урындары менән иҙәнен алыштырыу кеүек эштәр ҡаралған. Көйөргәҙе районы мәҙәниәт усаҡтарында ремонт эштәре башланыуға барыһы ла һөйөнә, сөнки эштәр тамамланғас, халыҡ өсөн күңелле ял итеү, үҙ-ара аралашыу өсөн уңайлы шарттар артасаҡ. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең, үҙешмәкәр артистарҙың да илһамланып ижад итеү мөмкинлеге бермә артыр.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb