Иртәгә, 18 майҙа, Октябрьск ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге Ҡурай байрамы башлана.
Конкурс һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлау, йәштәрҙе башҡорт халыҡ ҡоралына йәлеп итеү, ҡурайҙа уйнауҙың иң яҡшы халыҡ йолаларын пропагандалау, профессиональ башҡарыусылар һәм коллективтар, ҡатнаш башҡарыусылар составы өсөн яңы ҡурайҙа уйнау мөмкинлектәрен асыу маҡсатында үткәрелә.
Бәйгелә яңғыҙ башҡарыусылар һәм ҡурайсылар ансамблдәре ҡатнашыу мөминлегенә эйә. Конкурс 2 турҙа уҙа: 12 йәшкәсә, 12-16 йәштәрҙә, 16 йәштән өлкән категориялар араһында.
Бәйге шарттары буйынса оҙон көй һәм ҡыҫҡа көй башҡарырыға кәрәк буласаҡ. 16 йәштән өлкән ҡурай класы буйынса урта һәм юғары һөнәри белеме булған яңғыҙ башҡарыусыларт өсөн талаптар юғары ҡуйылған: билет буйынса оҙон көй уйнарға тейеш буласаҡтар.
Бәйгеселәрҙе күренекле ҡурайсылар, сәнғәт оҫталары, ғалим-фольклорсылар, халыҡ сәнғәтен белеүселәр әһелдәренән торған жюри баһалаясаҡ.