Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Бразилияла

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Бразилияла

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең Бразилияла гастролдәре башланды. Артистар Рибейран-Прету ҡалаһында сығыш яһаны. Концерттҡа билеттар алдан һатылып бөткән, тамашаны урындағы телевидение төшөрөп алған, тип хәбәр итәләр ансамблдән. Ун көн дауамында бейеүселәр 9 ҡалала сығыш яһарға тейеш: Рибейран-Прету, Сантос, Кампинас, Уберландия, Гояния, Витория, Рио-де-Жанейро, Ново-Хамбурго һәм Порту-Алегри ҡалалары буйлап.

Ғәскәровсылар Бразилияла Ғәскәровтың алтын фондынан башҡорт һәм Рәсәй халыҡтары бейеүҙәре ингән концерт программаһы менән Башҡортостан исеменән сығыш яһай.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb