Бөгөн Башҡорт дәүләт драма театры С. Әбүзәрҙең "Хыялый" лирик комедияһын тәҡдим итә

Бөгөн Башҡорт дәүләт драма театры С. Әбүзәрҙең "Хыялый" лирик комедияһын тәҡдим итә

Бөгөн, 27 июндә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә С. Әбүзәрҙең "Хыялый" лирик комедияһын ҡарарға мөмкин.

...Бер мәл төпкөл ауылға эшкә тип доктор ҡыҙ килә. Ҙур йорттарында сөкөрләшеп, икеһе генә торған Ғиззәт ҡарт менән Шәрифә инәй йортона урынлаштыра ҡыҙҙы ауыл администрацияһы. Врач ҡыҙҙың исеме Йондоҙ. Тиҙҙән ҡыҙ юғары маҡсаттары, һылыулығы, маҡтаулы эштәре менән ауыл халҡының ихтирамын яулай. Ә Ғиззәт ҡарт уға һоҡланып бағып, йәшлеген иҫкә төшөрөп, Йондоҙға ғашиҡ була?! Йөрәкһеп, хисләнеп, ярһып күккә талпына, хатта үҙ ҡулдары менән самолет эшләп… осоп китә!

Спектакль 2 сәғ. 15 мин. бара

Спектакль авторҙары:

Режиссер:Арыҫлан Йәнбәков

Рәссам:Руслан Мәғәлимов

Композитор:Юлай Үҙәнбаев, Ш.Бабич ис. дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты.

Спектакль рус теленә тәржемә ителә.

Диктор-тәржемәсе:Рима Зайнулина, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Спектаклгә рәхим итегеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb