Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азамат Хәлилов арабыҙҙан китте

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азамат Хәлилов арабыҙҙан китте

49 йәшендә  Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Азамат Хәлилов арабыҙҙан китте.

Азамат Самат улы Хәлилов 1970 йылдың 3 майында Бөрйән районы үҙәге — Иҫке Собханғол ауылында тыуған. Бала саҡтан бик әүҙем, шуҡ булып үҫә. Бигерәк тә спорт менән ныҡышмалы шөғөлләнә, 9 класта уҡығанда уҡ милли көрәш буйынса 1-се өлкәндәр разрядына лайыҡ була. Ағас һырлау сәнғәте, фото төшөрөү менән дә мауыға. 8 класта уҡыған саҡта дуҫтары менән, ул ваҡытта популяр булған, вокал-инструменталь ансамблен ойоштора, мәктәп администрацияһы аппаратура ла алып бирә, шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар булдыра.

1987 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбен тамамлағандан һуң Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инә, уға билдәле режиссер Р. В. Исрафилов курсында уҡыу бәхете тейә. Азамат Самат улының ҡатыны — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зөлфиә Хәлилова.

Ижади эшмәкәрлеген 1991 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында башлай, әммә Илшат Йомағолов (институттағы сәхнә теле уҡытыусыһы) йәштәрҙе яңыраҡ ҡына асылған Стәрлетамаҡ драма театрына күсергә өгөтләй. Шулай итеп, 1992 йылдың март айында йәш ғаилә Стәрлетамаҡҡа күсә һәм театрҙа ең һыҙғанып ижад итә.

Мәрхүм менән хушлашыу иртәгә-29 майҙа, Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһендә үтә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb