Башҡортостанда “Ҡурай төйәге буйлап сәйәхәт” исемле сара ойошторолдо

Башҡортостанда “Ҡурай төйәге буйлап сәйәхәт”  исемле сара ойошторолдо

Башҡортостанда “Ҡурай төйәге буйлап сәйәхәт” исемле автосәйәхәт ойошторолдо. Акция танылған ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 90 йыл тулыу менән бәйле.

Сара 17 июндә Өфөлә башланды. Акция маршруты- Ҡырмыҫҡалы, Белорет, Әбйәлил, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйлап һалынған.

Кисен Йылайыр ауылында Башҡорт милли музыҡа ҡоралдарында уйнаусылар араһында республика конкурсын асыу тантанаһы үтте. Был ижади бәйге Ишмулла Дилмөхәмәтов исемен йөрөтә. Унда ҡурай, думбыра, ҡыл-ҡумыҙҙа уйнаусылар ҡатнаша ала. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 19 июндә Йылайыр районының һабантуй яланында ойошторола. Бында тирмәләр бәйгеһе үткәрелә, шулай уҡ башҡорт милли музыҡа ҡоралдарын яһаусылар оҫталыҡ дәрестәре уҙғара.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb