"Башҡортостан тарихи биттәре" фестиваль-марафон сиктәрендә Бәләбәй районы презентацияланды

"Башҡортостан тарихи биттәре" фестиваль-марафон сиктәрендә Бәләбәй районы презентацияланды

Республикала “Башҡортостан тарихы биттәре” тигән республика фестиваль-марафоны дауам итә. 22 майҙа  Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған "Башҡортостан тарихи биттәре" муниципаль берәмектәр араһында халыҡ ижады фестиваль-марафон сиктәрендә Бәләбәй районы сығыш яһаны.

Бәләбәй районында тыуып үҫкән, тамырҙары ошо районға барып тоташҡан һәр милләт вәкилдәрен осрашыуға килгәйне.

Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә райондың иң яҡшы ижади коллективтары сығыш яһаны, фойела милли ризыҡтар һәм сувенирҙар, сәнәғәт ойошмалары тауарҙары күргәҙмәһе, Бәләбәйҙең данлы үткәне һәм бөгөнгөһөнә арналған экспозиция урын алғайны.

26 майҙа “Башҡортостан тарихы биттәре”  республика фестиваль-марафоны сиктәрендә Балаҡатай районы презентацияланаҡ, сараға рәхим итегеҙ, башлана 19.00 сәғәттә, инеү бушлай.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb