Мәжит Ғафури исемендәге Башҡор академия драма театрында миҙгел дауамында ижади уңыштарға ирешкән сәхнә оҫталары, бүлек, цехтарҙың иң егәрле хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде.
«Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ» роле номинацияһында - «Эҙләнем, бәғерем, һине» спектаклендә башҡарған Нурсинә роле өсөн актриса Гөлмирә Исмәғилева һәм Гөлнара Ҡаҙаҡбаева.
«Иң яҡшы ир - егет роле» номинацияһында - «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклендә башҡарған Игнатов ролен өсөн Азат Вәлитов.
«Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ» роле номинацияһында - «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклендә башҡарған Убырлы ҡарсыҡ роле өсөн Тәнзилә Хисамова.
«Икенсе пландағы иң яҡшы ир-егет» роле номинацияһында - «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклендә башҡарған Горелый роле өсөн Айҙар Шәмсетдинов.
«Намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» - номинацияһында Хөрмәтулла Үтәшев.
«Иң яҡшы сәхнә дуэты» номинацияһында еңеүсе - «Баллы, тирәкле Балтирәк» спектаклендә башҡарған Ҡарсыҡ һәм Ҡарт ролдәре өсөн Гүзәл Маликова һәм Рәүис Заһитов.
«Ролдәр ансамбле//Ансамблдәге ролдәр» номинацияһында еңеүселәр - Гөлнара Әмирова, Илдар Сәйетов, Илдар Ғүмәров, Ирек Булатов.