Башҡорт академия драма театрында рәссам-бутафор Анатолий Жучковтың шәхси күргәҙмәһе асылды

Башҡорт академия драма театрында рәссам-бутафор Анатолий Жучковтың шәхси күргәҙмәһе асылды

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының 2-се ҡатында урынлашҡан музей залында мауыҡтырғыс күргәҙмә асылды. Театрҙа оҙаҡ йылдар рәссам-бутафор булып эшләгән талант эйәһе Анатолий Жучковтың шәхси күргәҙмәһе эшләй. Рәссамдың эштәрендә тамашасы йыһан киңлеген, тәбиғәт хозурлығын күрә ала.

А.Жучков шиғри тәбиғәтле, ижади шәхес театрҙа спектаклдәр өсөн, ғәжәйеп бай фантазияһын һәм йөрәк йылыһын ҡушып, үҙ ҡулдары менән ике тиҫтәгә яҡын бутафор әйберҙәре: һуғыш ҡоралдары, тимерҙән һалдат шлемдары, ҡылыстар, һандыҡтар һәм башҡа көнкүреш кәрәк-яраҡтары эшләй.

Күргәҙмә сентябргә тиклем дауам итә. Уны тамашасылар спектакль башланғанға тиклем һәм антракт мәлендә ҡарай ала. Күргәҙмәгә рәхим итегеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb