Биишева Зайнаб

Биишева Зайнаб

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, прозаик, шағирә, тәржемәсе Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева (15.01.1908–24.08.1996) Башҡортостандың Күгәрсен районы Төйөмбәт ауылында тыуған. Яҙмыш уны бала сағынан уҡ бик иркәләмәй, ныҡлыҡҡа һынай. Иртә етем ҡала, 16 йәшенә генә дүрт класты тамамлай ала. Күп нәмәгә үҙ аллы эйә була. Зирәк ҡыҙҙы Ырымбурҙағы Башҡорт педагогия техникумына уҡырға ебәрәләр. Уның менән бер үк ваҡытта был техникумда буласаҡ яҙыусы-сатирик Сәғит Агиш та уҡый.
Революция һәм граждандар һуғышы осоронда башҡорт халҡының тормошон асыҡ сағылдырған эпик романдар ижад итеүсе. Замандаштары тураһында повестар һәм хикәйәләр, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн пьесалар һәм әкиәттәр авторы. Нескә лирик, уның шиғырҙары көйгә еңел һалына һәм йыр булып китә. Гоголь, Тургенев, Аксаков, Кассиль, рус һәм совет әҙәбиәтенең башҡа классиктарының әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итеүсе. Зәйнәп Биишеваның Рәсәй һәм донъя халыҡтары телдәрендә алтмыштан ашыу китабы баҫылып сыҡҡан.
Эшһөйәр яҙыусы әҙәбиәттә ҙур ғүмер кисерә. Уның тәүге хикәйәһе 1930 йылда «Пионер» журналында баҫыла. Ә тәүге «Партизан малай» тигән китабы 1942 йылда сыға.
40–60-сы йылдарҙа уның «Көнһылыу», «Сәйер кеше», «Ҡайҙа һин, Гөлниса?», «Уйҙар, уйҙар…», «Мөхәббәт һәм нәфрәт» кеүек киң билдәле китаптары баҫтырыла. Әммә уның иң төп әҫәре – «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында» һәм «Емеш» романдары. Был трилогияһы өсөн Зәйнәб Биишеваға Салауат Юлаев исемендәге БР Дәүләт премияһы тапшырыла.
1996 йылдың август аҙағында уның ҡулынан ҡәләме төшә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb