Алиев Батырша

Алиев Батырша

Батырша (1710 — 24 июнь, 1762) (урыҫ.  Абдулла Алеев, Батырша Алиев, Абдулла Мязгялдин, Губайдулла Матзялтдин ) — публицист Батырша Алиев (ысын исеме Ғабдулла Ғәлиев) тарихи әҙәбиәттә Абдулла Алиев исеме менән билдәле.

Себер даруғаһы, Башҡортостандың хәҙерге Балтас районы Үрге Ҡарыш ауылында тыуған, заманына күрә яҡшы белем алған: бер нисә мәҙрәсәлә уҡыған, 1744—1749 йылдарҙа Уҫы даруғаһы Ғәйнә олоҫы һәм Исәт провинцияһы ауылдарында мөғәллим һәм мулла була. 1749 йылдан 1755 йылдың майына тиклем Себер даруғаһының Ҡармышбаш ауылында мәҙрәсә тота, унда күп олоҫтарҙан башҡорттар, татарҙар уҡый. 1754 йылда Себер даруғаһы ахуны итеп һайлана, ләкин был вазифала эш башламай.

1755 йылдың яҙында ул башҡорт ерендә йәшәгән мосолман халкына социаль, иҡтисади һәм дини мәнфәғәттәрен яҡлауға өндәгән мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай һәм ҡораллы ихтилалға саҡыра. Үҙенең саҡырыуында хөкүмәттең мосолман ғөрөф-ғәҙәттәрен сикләүенә, урындағы халыҡҡа ирекле һәм пошлинаһыҙ тоҙ сығарыуҙы тыйыуына, сиктән тыш һалымдар һәм йөкләмәләр һалыуына ҡаршы сыға. Саҡырыу Башҡортостанды Урыҫ дәүләтенең колониаль иҙеүенән тулыһынса азат итеү һәм бойондороҡһоҙ мосолман дәүләте төҙөү талабы менән тамамлана. Был өндәмә Башҡортостандың бөтөн дүрт даруғаһына ебәрелә һәм ихтилал программаһына әүерелә.

Өндәмәлә ихтилал башланасаҡ көн дә билдәләнә — 1755 йылдың 3 июлендә Урал-Волга төбәге мосолмандары Рәсәйҙән айырылып сығып үҙаллы мөстәҡил дәүләт төҙөргә тейеш була. Әммә ихтилал иртәрәк башлана һәм уңышһыҙлыҡтарға осрай.

Батырша Алиев ихтилал барышында ҡыйыу эш итеү урынына көтөп тороу юлын һайлай, аҙаҡтан шәкерттәре менән урманда йәшеренә. Ихтилал баҫтырылғас, 1756 йылдың 8 авгусында Уҫы даруғаһы Әжәк ауылында (хәҙерге Борай районы Әжәк ауылы) Батырша тотолоп, Мәскәүгә, һуңынан Петербургка оҙатыла.

Батырша Алиев йыйындарҙа белдерелгән йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү кәрәклеге тураһында яҙа. Тикшереү ике йылға һуҙыла, 1758 йылдың декабрендә хөкөм сығарыла: ҡамсы менән һуҡтырырға һәм танау япрағын ҡырҡып алырға, ғүмерлеккә Шлиссельбург ҡәлғәһенә ябырға. 1762 йылда Батырша Алиев төрмәнән ҡасырға маташа, дүрт һаҡсыны үлтерә. Үҙе лә үле килеш табыла.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb