Абушахманов Әхтәм

Абушахманов Әхтәм

Әхтәм Әхәт улы Абушахманов 1948 йылдың 10 мартында Әбйәлил районы Буранғол ауылында тыуған. Талантлы үҙешмәкәр артист булараҡ, 1967 йылда Өфө сәнғәт училищеһының театр бүлегенә 2-се курсҡа уҡырға саҡырыла. 1970 йылда уны тамамлап, М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй башлай.
Әхтәм Әхәт улы башҡарған төп ролдәр: Парис (У. Шекспир “Ромео и Джульетта”), Саҙрый (А. Абдуллин «Онотма мине, ҡояш!»), Салауат, Көс, Аҡъегет (М. Кәрим «Салауат. Өн аралаш төш», «Ташлама утты Прометей!», «Ай тотолған төндә»), Һалдат (Ә. Мирзаһитов «Әсәләр көтәләр улдарын»), Ҡарағол (Д. Юлтый «Ҡарағол»), Краснов (А.Н. Островский «Бәлә ағас башынан йөрөмәй» – «Грех да беда на кого не живет»), Һөйәр (Г. Запольская «Улар дүртәү» – «Их четверо»), Кәрим Хәкимов (Н. Асанбаев «Ҡыҙыл паша»).
1989 йылдан алып Ә. Абушахманов республиканың Йәш тамашасылар театрында эшләй. Ролдәре: Туҡтамыш хан (М. Буранғолов “Иҙеүкәй менән Мораҙым”), Юсов (А.Н. Островский «Төшөмлө урын» – «Доходное место»), Отелло (У. Шекспир «Отелло»), Ҡодар (Ғ. Мусрепов «Мөхәббәт тураһында легенда»). Ошо уҡ театрҙа Ә. Дилмөхәмәтованың «Розамы мин әллә?» (1990), Н. Ғәйетбаевтың «Ҡурай моңо» (1992); Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә Б. Рафиҡовтың «Париж башҡорто» (1994) спектаклдәрен ҡуя.
Ә. Абушахманов – башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре буйынса бер нисә радиоспектакль режиссеры.
Кинофильмдарҙа Ҡайсар («Көмөш мөгөҙ Алатау» – «Серебряный рог Алатау», Ҡаҙаҡфильм, 1978), Һатлыҡ («Кинйә», Баштелефильм, 1988), Һиммәт («Һарығолаҡ», Баштелефильм, 1990) ролдәрен уйнай.
Ә.Абушахманов РСФСР-ҙың  атҡаҙанған (1989), БАССР-ҙың халыҡ артисы (1984), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1983).  БР Театр эшмәкәрҙәре берлеге рәйесе.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb