Абдразаҡов Илдар

Абдразаҡов Илдар

Абдразаҡов Илдар Әмир улы (26 сентябрь 1976) — опера йырсыһы (бас). Башҡортостан Республикаһының (2011) һәм Татарстандың (2013) халыҡ артисы.

Илдар Әмир улы Абдразаҡов 1976 йылдың 26 сентябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Актёр һәм режиссёр, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әмир Абдразаҡовтың (1934—2008) улы.

2000 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын  тамамлаған (2000; М. Ғ. Мортазина класы). 1994 йылдан алып Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында, 2000 йылдан — Мариин театры (Санкт-Петербург) солисы.

Бәрхәт тембрлы һәм киң диапазонлы, төрлө регистрҙарҙа тигеҙ яңғырашлы, матур, көслө тауышҡа эйә. Башҡарыу үҙенсәлеге сағыу артистизм, хислелек, бөтә тасуирлау сараларының теүәллеге менән айырыла.

Операларҙа төп партиялары:

  • Сураман («Салауат Юлаев»; дебют, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1995)
  • Сурин («Пики дамаһы» — «Пиковая дама», Пётр Чайковский)
  • Дон Базилио («Севилья цирюльнигы» — «Севильский цирюльник», Дж. Россини)
  • Фигаро («Фигароның туйы» — «Свадьба Фигаро», Вольфганг Моцарт)
  • Руслан («Руслан һәм Людмила» — «Руслан и Людмила», М. И. Глинка)
  • Оровезо («Норма», В. Беллини)
  • Аттила (Дж. Вердиҙың шул уҡ исемдәге операһы)
  • Король Филипп II («Дон Карлос», Джузеппе Верди)

Россиниҙың «Наполеон III һәм уның ҡыйыу халҡына гимн» («Гимн Наполеону III и его доблестному народу») гимнын тәүге башҡарыусы («Ла Скала», Милан ҡалаһы, Италия, 2000).

Концерт репертуарында — Пётр Чайковский, Сергей Рахманиновтың вокаль әҫәрҙәре, урыҫ һәм сит ил композиторҙары операларынан ариялар. «Ковент‑Гарден» (Лондон), «Метрополитен‑опера» театрҙарында һәм «Карнеги‑холл» залында (Нью-Йорк ҡалаһы, АҠШ) һәм башҡа сәхнәләрҙә сығыш яһай.

Рәсәй һәм сит илдәр (Англия, Аргентина, Испания, Франция, Япония һ. б.) буйлап гастролдәрҙә була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре:

  • Рәсәй «Casta Diva» опера премияһының «Йыл йырсыһы» номинацияһы лауреаты (2016)
  • Халыҡтар дуҫлығы ордены (2014)
  • «Алтын битлек» («Золотая маска») Милли театр премияһы (2013)
  • Татарстан Республикаһының халыҡ артисы (2013)

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb