«Өс таған» фильмы 19-сы Дакка халыҡ-ара кинофестивалендә иң яҡшы балалар фильмы тип билдәләнде.
Фестиваль 2021 йылдың 16-24 ғинуарында Дакка ҡалаһында (Бангладеш) уҙҙы. Сараны ойоштороусы – 1977 йылдан Бангладешта сәләмәт кино мәҙәниәтен пропагандалау менән шөғөлләнгән Rainbow Film Society. Кинофестивалдә 73 илдән 226 фильм ҡатнашты.
Башҡорт кинорежиссеры Айнур Асҡаровтың картинаһы бик күп кинофестивалдәрҙә еңеү яулап өлгөрҙө. Башҡортостанда киң прокатҡа фильм 4 марттан сыға.