Өфөнөң Якутов паркында милли мәҙәниәттәр фестивале үтте

Өфөнөң Якутов паркында милли мәҙәниәттәр фестивале үтте

Баш ҡалала "Азия моңдары" фестивале икенсе тапҡыр уҙғарыла, сараны ойоштороусылар: Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто.

Тамашала тажик, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, төркмән, үзбәк йырсылары, бейеүселәрҙең милли-мәҙәни байлыҡтары менән танышыу мөмкинселеге булды.

Азия халыҡтарының ижад емештәре моңлолоғо, дәртлеге менән айырылып тора. Ойоштороусылар әйтеүенсә, Башҡортостан күп милләтле төбәк һәм республикала йшәгән халыҡтарҙың һәммәһенә лә үҙ мәҙәниәтен үҫтереү, күрһәтеү өсөн мөмкинлектәр бар. Фестиваль иһә уларҙы дуҫлаштырыу, берләштереү майҙаны.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb