Өфөнөң Нестеров исемендәге художество музейында Төркиә рәссамдарының күргәҙмәһе асылды

Өфөнөң Нестеров исемендәге художество музейында Төркиә рәссамдарының күргәҙмәһе асылды

Күптән түгел Өфөнөң Нестеров исемендәге художество музейында Төркиә рәссамдарының күргәҙмәһе асылды. Күренекле Төркиә скульпторы һәм рәссамы Тургут Пура иҫтәлегенә арналған экспозицияла ҡыл ҡәләм оҫтаһының улы- Мурат Пура һәм уның ҡатыны- Элизабет Пураның картиналары ҡуйылған.

Мурат Пура үҙен профессионал рәссам тип иҫәпләмәй. Ул Швейцария һәм Германияның абруйлы уҡыу йорттарын тамамлай, хоҡуҡ һәм халыҡ-ара бәйләнештәр өлкәһендә белем ала. Ләкин һуңынан, авиамәктәпкә юд тотоп пилот һөнәренә эйә була. Яратҡан эше уға атаһынан килгән һәләтте лә асырға ярҙам итә.

Рәссамдың ҡатыны Элизабет Швейцарияла тыуып үҫкән. Ғүмер буйы журналист булып эшәләгән ханым да сәнғәт юлын йөрәк ҡушыуы буйынса һайлаған.

Элизабет Пура "Килт" стилендә туҡыманан панно эштәре менән билдәлелек яулаған. Уның картиналарын төрлө илдәрҙең галереяларында һәм шәхси коллекцияларҙа күрергә мөмкин.

Күргәҙмә асылыуға сәнғәт һөйөүселәре, абруйлы ҡунаҡтар йыйылған. Оҙаҡ йылдар Төркиәлә Башҡортостан вәкиллеген етәкләгән Каншаубий Мизиев айырыуса хөрмәткә лайыҡ, сөнки күргәҙмәне ойоштороу - уның хеҙмәте.

Ижади ғаиләнең эштәре Швейцария, Финляндия, Төркиә галереяларында ҡуйылғаны бар. Нестеров исемендәге художество музейындағы  күргәҙмә август аҙағына тиклем эшләйәсәк. Рәхим итегеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb