Өфөнөң «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле Силәбе өлкәһе буйлап гастролдәргә сыҡты

Өфөнөң «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле Силәбе өлкәһе буйлап гастролдәргә сыҡты

Данлыҡлы коллектив Силәбе өлкәһе ҡалаларында бай концерт программаһы менән сығыш яһаясаҡ. Гастролдәр «Беҙ - Рәсәй» федераль программаһы сиктәрендә Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының Бөтә Рәсәй гастроль-концерт планына ярашлы ойошторола. Программаны “РОСКОНЦЕРТ” федераль дәүләт бюджет учреждениеһы тормошҡа ашыра.

«Мираҫ» - Өфөнөң һәм Башҡортостандың визит карточкаһы, Рәсәйҙең данлыҡлы һәм юғары профессиональ коллективтарының береһе. Халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй кимәлендәге фестивалдәрҙә, гастролдәрҙә һәм билдәле концерттарҙа уңышлы ҡатнашыуҙан тыш, ансамбль иң юғары кимәлдәге сараларҙа ла Башҡортостан исеменән сығыш яһай. Ансамбль хорының бөтә вокаль-хор әҫәрҙәре фольклорға, башҡорт халыҡ йырҙарына нигеҙләнгән, рух, көс, ҡеүәт сығанағы.

Тарихтары быуаттар төпкөлөнә барып тоташҡан «Буранбай», «Сыңрау торна» кеүек халыҡ йырҙары, рус әҫәрҙәре хор башҡарыуында гимн төҫлө яңғырай.

Ансамбль солистарының сығышы ла тамашасылар араһында ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Ҡурайсы Юлай Ҡасимовтың репертуарында - башҡорт халыҡ көйҙәре генә түгел, заманса популяр хиттар ҙа. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зәлиә Ғәниәтуллина ҡыл-ҡумыҙҙа заманса композицияларҙы һәм халыҡ моңдарын берҙәй оҫта башҡарып, хайран ҡалдыра. Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Илшат Шәйхуллин һәм Венера Юлгилдинаның репертуары ла бер кемде лә битараф ҡалдырмаясаҡ.

Ҙур концерттар башҡорт сәнғәтенең милли колоритын һәм Рәсәй, донъя халыҡтарының мәҙәни мираҫын сағылдырасаҡ. Шулай итеп, концерттар Силәбе өлкәһенең киләһе ҡалаларында уҙа:
14 ноябрь – Минйәр ҡалаһы, Минйәр ҡала мәҙәниәт һарайы
15 ноябрь – Мейәс ҡалаһы, «Прометей» мәҙәниәт һәм техника һарайы
16 ноябрь – Ҡоншаҡ ауылы, мәҙәниәт һарайы
17 ноябрь – Арғаяш районы Арғаяш ауылы мәҙәниәт йорто
18 ноябрь – Магнитогорск ҡалаһы, Халыҡтар дуҫлығы йорто
19 ноябрь – Силәбе ҡалаһы, Тимер юлсылар мәҙәниәт йорто
Билеттарҙы mirasufa.ru сайтында һәм концерттар уҙасаҡ ҡала-ауылдарҙың кассаларында һатып алырға мөмкин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb