«Өфөнөң йәш виртуоздары» исемле фестиваль үтәсәк

«Өфөнөң йәш виртуоздары» исемле фестиваль үтәсәк

15 апрелдән 19-на тиклем Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларында «Өфөнөң йәш виртуоздары» исемле фестиваль үтәсәк. Был сарала һәләтле музыканттар — Өфөләге урта махсус музыка колледжы уҡыусылары, Мәскәү һәм Санкт-Петербург консерваториялары студенттары, Владимир Спиваковтың Халыҡ-ара хәйриә фонды стипендиаттары ҡатнаша.

Йәш башҡарыусылар ҡатнашлығында фестиваль үткәреү тәҡдиме менән Владимир Спиваковтың Башҡортостандағы фонды сығыш яһаны. Ошо сарала төбәк халҡы ҡасандыр Өфөнән Мәскәүгә, Санкт-Петербургка, Европаға уҡырға киткән һоҡланғыс музыканттарыбыҙ хаҡында ла белә аласаҡ.

Концерттарҙан тыш, йәш музыканттар, Мәскәү һәм Санкт-Петербург консерваториялары студенттары Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларының музыка мәктәптәрендә оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк. Программа сиктәрендә шулай уҡ, художество мәктәптәрендә уҡыусыларҙың һынлы сәнғәт күргәҙмәләрен ойоштороу ҡаралған.



 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb