Өфөлә үлем язаһына хөкөм ителгән шағирҙар хәтеренә сәскә гөлләмәләре һалынды

Өфөлә үлем язаһына хөкөм ителгән шағирҙар хәтеренә сәскә гөлләмәләре һалынды

Өфөлә 80 йыл элек үлем язаһына хөкөм ителгән шағирҙар хәтеренә ҡуйылған репрессия ҡорбандары һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һалынды.

Башҡортостанда 50 меңдән ашыу кешегә "халыҡ дошманы" тигән мөһөр һуғыла, тиҫтәләрсә меңе кулаклыҡта ғәйепләнеп ситкә һөрөлә.

Cоветтар союзында 1938 йылдарҙа бер миллион ете йөҙ мең кеше нахаҡҡа хөкөм ителә.

Шәхес культы йылдарында илдә репрессия еле ҡағылмаған ғаиләләр юҡ кимәлендә. Аяуһыҙ дәүерҙә ярлыҡау булмай. Хатта, күренекле, уҡымышлы шәхестәрҙе, юғары етәкселәрҙе лә урап үтмәй был ҡайғы. Башҡортостанда 1938 йылдың 10 июлендә - бер көн эсендә ҡырыҡ дүрт кеше атып үлтерелә. Улар араһында башҡорт халҡына яҡшы таныш исемдәр - Ғөбәй Дәүләтшин, Ғабдулла Амантай, Дауыт Юлтый, Имай Насыри, Төхвәт Йәнәби кеүек илһөйәр ҡәләм оҫталары менән дә һанашмай ҡанлы репрессия. Был осорҙоң иң ҙур фажиғәһе - бәхетһеҙ, етем ҡалған балалар.

Тик 1991 йылда нахаҡҡа хөкөм ителгәндәрҙе аҡлау тураһында»ғы ҡарар ҡабул ителә. Әммә әрнеүле хәл-ваҡиғалар халыҡ тормошонда бер ниндәй аҡлау менән юйылып бөтмәҫ тәрән эҙ ҡалдыра.

1938 йылда репрессияланған яҙыусы-шағирҙарҙың айырым китаптары ғына түгел, хатта уларҙың исемдәрен телгә алған гәзит-журналдар, ҡулъяҙмалар ҙа юҡ ителә. Бәхеткә күрә, осраҡлы ғына һаҡланып ҡалған күренекле шәхестәребеҙҙең хеҙмәте башҡорт әҙәбиәтенең онотолмаҫ мираҫына әүерелгән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb