Өфөлә Зәйнәб Биишева музейы асыласаҡ

Өфөлә Зәйнәб Биишева музейы асыласаҡ

Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыу уңайынан музей асылыуы көтөлә.

Музей яҙыусы оҙаҡ йылдар йәшәгән фатирҙа уның улы ғалим-химик Тельман Әминевтың башланғысы менән булдырылған. Бында көнкүреш әйберҙәре, китапхана шул килеш һаҡланған, Зәйнәб Биишеваның китаптары, ҡулъяҙмалары, портреттары, наградалары, бик күп документтары һәм фотоальбомдар тупланған.

 Экспозицияларҙан тыш, музейҙа яҙыусының тормошо һәм ижады тураһында электрон материалдар менән танышырға мөмкин.

Музейҙың рәсми сайтын булдырылаасаҡ, теләгән һәр кем ситтән тороп унда тупланған материалдар менән таныша аласаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb