Өфөлә Заманса һинд киноһы фестивале уҙа

Өфөлә Заманса һинд киноһы фестивале уҙа
25 ғинуарҙа «Родина» кинотеатрында Заманса һинд киноһы фестивале асыла. Тантана көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана. Был көндә тамашасылар «Ерҙәге йондоҙҙар» фильмын ҡараясаҡ. Фильм 2007 йылда төшөрөлгән, режиссерҙар — Аамир Кхан, Амол Гуптэ.

Тамашасыларға һинд кинематографын бөтөнләй икенсе яҡтан асҡан фильмдар күрһәтеләсәк, тип билдәләне ойоштороусылар. 1 февралдә фестиваль режиссер Санджай Лила Бхансалиҙың «Ялбарыу» драмаһы (2010 йыл) менән дауам итә. 8 февралдә «Өс йүләр» комедияһын (2009 йыл) ҡарарға мөмкин. Режиссеры — Раджкумар Хирани. Заманса һинд киноһы фестивале 15 февралдә режиссер Ракеш Омпракаш Мехраның «Йүгер, Милка, йүгер» драмаһы (2013 йыл) менән тамамлана.


"Башинформ"

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb