Өфөлә Ырымбур театры гастролдәре Шекспирҙың «Ричард III» спектакле менән асылды

Өфөлә Ырымбур театры гастролдәре Шекспирҙың «Ричард III» спектакле менән асылды

Ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов сәләмләне. Ул гастролдәрҙең республиканың мәҙәни тормошонда әһәмиәтле ваҡиға булыуын атап үтте. Өфө тамашасыһын Ырымбурҙың мәҙәниәт, сәнғәт һәм мәғариф сәйәсәте идаралығы белгесе Алла Лигостаева һәм М.Горький исемендәге Ырымбур өлкә дәүләт драма театрының художество етәксеһе Рифҡәт Исрафилов сәләмләне.

Гастролдәрҙе асып ебәргән "Ричард III" спектакле билдәле театр белгесе, Шекспирҙың тормошон һәм ижадын өйрәнеүсе Алексей Бартошевич тарафынан маҡталған: «Был әҫәр буйынса күпме генә спектаклдәрҙе ҡараһам да, бындай иҫ китмәле итеп уйналған сәхнә әҫәрен күргәнем булманы», - тип яҙа ул. Спекталь халыҡ-ара фестивалдәрҙә еңеү яулаған. Төп ролдә – Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Олег Ханов, был образы өсөн Станиславский исемендәге премия лауреаты тип таныла.

Шығырым тулы зал ике сәғәттән ашыу барған спектаклед бер тында ҡараны. Спектаклдән һуң ҡуйыусы ижади төркөмдө, артистарҙы баҫып алҡышлап оҙаҡ ҡына сәхнәнән ебәрмәй торҙо. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: гастролдәр 16 апрелгә тиклем дауам итәсәк.

Тулыраҡ...

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb