Өфөлә XXVIII Халыҡ-ара Аксаков байрамы үтәсәк

Өфөлә  XXVIII Халыҡ-ара Аксаков байрамы үтәсәк

28-29 сентябрь көндәрендә  Өфөлә, Бәләбәй, Ҡырмыҫҡалы һәм Өфө райондарында XXVIII Халыҡ-ара Аксаков байрамы үтәсәк.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, 28 сентябрҙә С.Т. Аксаков исемендәге баҡсала байрам, биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм халыҡ ижады күргәҙмәләре уҙғарыла. Аксаков халыҡ йортонда — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында тантаналы кисә була.

С.Т. Аксаковтың мемориаль йорт-музейында И.С. Аксаковтың тыуыуына 195 йыл тулыуға арналған күргәҙмә асыла.

Өфөләге 11-се Аксаков мәктәп-гимназияһында һәм адмирал С.О. Макаров исемендәге дәүләт диңгеҙ һәм йылға флоты университетының Өфө филиалында Аксаков дәрестәре уҙа.

Пушкин аллеяһында байрамдың абруйлы ҡунаҡтары С.Т. Аксаков һәйкәленә сәскәләр һала.

29 сентябрҙә Бәләбәй районында И.С. Аксаковтың тыуыуына 195 йыл тулыуға бағышланған «Аксаковтар ғаиләһе — Ватанға хеҙмәт итеү өлгөһө» түңәрәк өҫтәлен үткәреү ҡарала.

Был көндә республиканың Өфө, Бәләбәй, Ҡырмыҫҡалы райондарында С.Т. Аксаковтың тормошона һәм ижадына арналған саралар ойошторола.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb