Өфөлә Владимир Спиваковтың икенсе халыҡ-ара скрипкасылар конкурсының 1-се туры тамамланды

Өфөлә Владимир Спиваковтың икенсе халыҡ-ара скрипкасылар конкурсының 1-се туры тамамланды

Халыҡ ара конкурста ҡатнашыусылар бөтәһе лә тәүге турҙа Бахтың "Прелюдия" әҫәрен башҡарҙы. Киләһеләрендә Бетховен йәки Брамстың әҫәрҙәренең береһен һайлап алып уйнау мөмкинлеге бирелә. Конкурсанттарҙы Владимир Спиваков үҙе һәм Америка Ҡушма Штаттарынан донъяға билдәле скрипкасы Михаил Копельман етәселегендәге абруйлы жюри баһалай.

В. Спиваковтың 2-се халыҡ-ара скрипкасылар конкурсының баһалама комиссияһы ағзаһы, Борис Кушнир әйтеүенсә, “Бахтың был әҫәре башҡарыу өсөн ҡатмарлы. Ә конкурсҡа килгән йәштәрҙең бөтәһе лә һәләтле. Уларҙың бер композицияны нисек уйнауынан артабанғы турға һайлап алыу еңелерәк була”, тине.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Владимир Спиваковтың икенсе халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы еңеүсеһе уникаль скрипка менән бүләкләнәсәк. 9 миллион һумдан ашыу торған музыкаль ҡорал өсөн алты илдән 16 -нан 26 йәшкәсә 12 скрипкасы көсөн һынай. Өс турҙан торған конкурсты 21 сентябрҙә Башҡортостан дәүләт концерт залында Гала-концерт йомғаҡлай.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb