Өфөлә VI «Аккордеониссимо» халыҡ-ара клавишалы аккордеонда уйнаусыларҙың фестиваль-конкурсына ғаризалар ҡабул итеү тамамланды

Өфөлә VI «Аккордеониссимо» халыҡ-ара клавишалы аккордеонда уйнаусыларҙың фестиваль-конкурсына ғаризалар ҡабул итеү тамамланды

Ағымдағы йылдың 8-10 декабрь көндәрендә Өфөлә Урта махсус музыкаль колледжы һәм З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында VI «Аккордеониссимо» халыҡ-ара клавишалы аккордеонда уйнаусыларҙың фестиваль-конкурсы үтә.

Мәҙәни проект «Донъя кубогы» бөтә донъя аккорденсылар конкурсына һайлап алыу системаһына индерелде, ти ойоштороусылар.

Быйылғы «Аккордеониссимо-2017» еңеүселәре 2018 йылда Литвала үтәсәк  «Донъя кубогы»нда Рәсәй исеменән сығыш яһаясаҡтар.

Бәйгелә  100-ҙән ашыу балалар музыка мәктәптәре һәм сәнғәт мәктәптәрендә уҡыусылар, һөнәри һәм юғары белем белем биреү учреждениелары студенттары, шулай уҡ Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән башҡарыусылар ҡатнашасаҡ.

Бәйге сиктәрендә Рәсәй һәм Көньяҡ Корея аккордеонсыларының концерттарын, жюри ағзаларының оҫталыҡ дәрестәрен, ғилми-ғәмәли конференция, түңәрәк өҫтәл ойоштороласаҡ, тип хәбәр итә сараны ойоштороусылар.

Баһалама ағзалары: танылған музыканттар, халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаттары, төп музыкаль белем биреү ойошмалары уҡытыусылары.

8 декабрҙә Ф.И. Шаляпин исемендәге концерт залында Өфө дәүләт сәнғәт институтының Рус халыҡ уйын ҡоралдары оркестры менән берлектә солистар һәм ансамблдәрҙең сығыш яһауы көтөлә.

 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb