Өфөлә Ватан Геройҙары көнөнә арналған саралар ойошторола

Өфөлә Ватан Геройҙары көнөнә арналған саралар ойошторола

Өфө 9 декабрҙә билдәләнгән Ватан Геройҙары көнөн байрам итеүгә ҡушыла. Иҫтәлекле дата Рәсәй империяһының юғары хәрби наградаһы – Изге Георгий орденын булдырыу менән бәйле. Был көндә Советтар Союзы Геройҙарын, Рәсәй Федерацияһы Геройҙарын, Изге Георгий ордены һәм Дан ордены кавалерҙарын хөрмәтләйҙәр, геройҙарҙы иҫкә алалар. 

6 декабрҙә Башҡортостанда Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров тәҡдиме менән Ватан Геройҙары көнөнә бағышланған округ сараһын үткәреү күҙаллана. 

Тантаналарҙа Волга буйы федераль округынан Ватан Геройҙары һәм һәләк булған (үлгән) Ватан һаҡсыларының туғандары — бөтәһе 100-гә яҡын кеше ҡатнаша. 

Өфөлә 6 декабрҙә байрам концерты, Еңеү паркында мемориалдарға сәскәләр һалыу һәм республика башлығы Радий Хәбиров исеменән тантаналы ҡабул итеү ойошторола. Баш ҡала мәктәптәрендә Ватан Геройҙары ҡатнашлығында батырлыҡ дәрестәре үткәрелә. Абруйлы ҡунаҡтар шулай уҡ ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осош әҙерлеге алып барылған дөйөм белем биреү мәктәп-интернатына бара.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb