Өфөлә уҡырға тәҡдим ителгән 100 әҫәр исемлегенең презентацияһы үтте

Өфөлә уҡырға тәҡдим ителгән 100 әҫәр исемлегенең презентацияһы үтте

Ул башҡорт теленә һәм мәҙәниәтенә яҡынлаштырыу маҡсатында ойошторолған «Туған һүҙгә 100 аҙым» проекты сиктәрендә ғәмәләгә ашырыла. Әҫәрҙәр исемлеген Башҡортостандың Яҙыусылар союзы һәм Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың профиль комитеттары төҙөй.

Китаптар экспозицияһы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала асылды. Уҡыусыларға «Урал батыр» эпосынан башлап төрлө жанрҙағы әҫәрҙәр тәҡдим ителә. Теҙмәлә Салауат Юлаев, Зәйнәб Биишева, Рауил Бикбаев, Спартак Ильясов һәм башҡалар бар.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, был проект йәш быуынға мәҙәни ҡиммәттәрҙе ҡатарыу, Башҡортостандың күп милләтле әҙәбиәтенә һөйөү уятыуҙы маҡсат итеп ҡуя. «Туған һүҙгә 100 аҙым» проектында һәр кем ҡатнашып китап тураһында тәьҫораттары менән бүлешә ала.

Сығанаҡ: https://bash.news/news/109898_fl_uyra_tdim_itelgn_100_r_isemlegene_prezentaciyay_tte?lang=bash 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb