Өфөлә «Ural-Batуr» башҡорт рок фестивале үтә

Өфөлә «Ural-Batуr» башҡорт рок фестивале үтә

Тиҙҙән Өфөлә «Ural-Batуr» республика фестивале башҡорт рок музыкаһы фестивале үтәсәк. Фестиваль «Дәрүишхан» төркөмө етәксеһе Дим Ҡоләхмәтовҡа бағышланып  уҙғарыла.

Фестивалде ойоштороусылар — Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәген, Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йорто.

«Ural-Batуr» башҡорт рок музыкаһы республика фестивале Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырыла. Проект һәләтле йырсыларҙы асыҡлау һәм  ярҙам итеү, уларҙың ижади ҡеүәтен тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырыу, йәштәрҙә һәм үҫмерҙәрҙә башҡорт теленә, автор йырына ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү өсөн уҙғарыла.

Сараны ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, конкурсҡа эштәр 23 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Икенсе этапҡа үткәндәр 13 декабрҙә Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда ике-өс әҫәр башҡарасаҡ.

Сығыштарҙы Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, Республика халыҡ ижады үҙәге белгестәренән торған эксперт комиссияһы баһалаясаҡ.

Сара 14 декабрҙә концерт менән тамамлана.

Ғаризаларҙы Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон адресына ебәрергә кәрәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb