Өфөлә туғыҙ коллектив ҡатнашлығында Оркестрҙар парады уҙасаҡ

Өфөлә туғыҙ коллектив ҡатнашлығында  Оркестрҙар парады уҙасаҡ

 14 майҙа, Башҡорт дәүләт филармонияһында XIX «Джаз иленә сәйәхәт» асыҡ төбәк балалар һәм үҫмерҙәр фестиваль-конкурсы барышында туғыҙ коллектив ҡатнашлығында Оркестрҙар парады үтәсәк.

Сарала Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының тынлы оркестры, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының «Йәшлек» тынлы оркестры, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатының «Урал фанфаралары» өлгөлө тынлы оркестры, Өфө сәнғәт училищеһы биг-бенды,  Өфө сәнғәт училищеһының тынлы оркестры,  «Freedom» биг-бенды,  Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты биг-бенды, Мораҡ балалар музыка мәктәбе оркестры һәм Бөрө ҡалаһынан Диксиленд ҡатнашасаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb