Өфөлә Terra Zima фестивале үтәсәк

Өфөлә Terra Zima фестивале үтәсәк

Яңы йыл байрамдарында Өфөлә Terra Zima фестивале ойошторола: ул 1 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 12-лә Вәғәҙәләр йүгереүенән башлана.

Шулай уҡ 2021 йылдың тәүге көнөндә 18 сәғәттә «Ватан» этнопаркында карнавал костюмдары парады үтәсәк.

2 ғинуарҙа – «Ҡышҡы һабантуй». «Ватан» этнопаркында 12 сәғәттә сәхнәлә һәм майҙансыҡта уйын күңел асыу программаһы башлана. Самауырҙар конкурсы, саңғы-уҡ биатлоны ҡаралған. Саралар киске сәғәт 9-ға тиклем дауам итә.

3 ғинуарҙа «Ҡыш бабайҙар» парады була. Күңел асыу программаһы – көндөҙгө 12-лә, ә теркәү 1-ҙә башлана. Сәғәт 2-лә – Ҡарһылыуҙар парады, дефиле һәм флешмоб. Жюри фекере буйынса иң күп тауыш йыйған Ҡарһылыу 100 мең һум менән бүләкләнә. Сәғәт 3-тә Анна Семеновичтың концерты башлана.

Ат-сана экипаждары парады 2021 йылдың 4 ғинуарында була, көндөҙгө икелә башлана (теркәлеү 12-лә). Күңел асыу программаһы – 4-тә.  

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb