Өфөлә “Сыңғыҙхандың аҡ болото” сәхнә әҫәре тәҡдим ителәсәк

Өфөлә “Сыңғыҙхандың аҡ болото” сәхнә әҫәре тәҡдим ителәсәк

Бөгөн театрҙа артистар яңы әҫәр менән танышты – режиссер Азат Нәҙерғолов Сыңғыҙ Айытматовтың “Быуаттан да оҙон көн” романының тәүге вариантына инмәй ҡалған, һуңынан ғына өҫтәлеп киткән “Сыңғыҙхандың аҡ болото” исемле бүлек буйынса яңы сәхнә әҫәре тәҡдим итә, пьеса авторы – Елена Баранчикова. Ижади командала – балетмейстер Ирина Филиппова (Мәскәү), рәссам Альберт Нестеров, композитор Урал Иҙелбаев, сәхнә хәрәкәттәрен ҡуйыусы Роберт Йылҡыбаев (Мәскәү). 

Көҙ айында донъя күрәсәк спектаклдә артистар Хөрмәтулла Үтәшев, Светлана Хәкимова, Эльвира Юнысова, Азамат Ғафаров, Руслан Хайсаров, Урал Әминов, Ринат Баймырҙин, Руслан Хәсәнов, Артур Кәбиров, Илгиза Ғильманова, Зилия Ситдиҡова, Сара Буранбаева, Нурия Ирсаева, Илсур Байымов, Юнир Ҡоланбаев ҡатнашалар. 

Әҫәр менән танышҡан көндө ҡуйыусы-режиссер Азат Әхмәҙулла улы һәм балетмейстер Ирина Николаевна буласаҡ спектакль тураһында һөйләшеү барышында: “Сыңғыҙханға беҙ башҡа күҙлектән ҡарарға тәҡдим итәбеҙ, ул донъяны яулап алыусы яуыз илбаҫар ғына булмаған, шул уҡ ваҡытта ул кеше. Сыңғыҙхан темаһын фәлсәфәүи, тормошсан яҡтан асырға теләк бар” – тинеләр. Ижадсыларға уңыштар теләйбеҙ!

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb