Өфөлә Шәһит Хоҙайбирҙинды иҫкә алдылар

Өфөлә Шәһит Хоҙайбирҙинды иҫкә алдылар

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре, башҡорт совет журналистикаһына нигеҙ һалыусы, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙиндың тыуған көнө уңайынан, Ленин паркында сәскәләр һалыу тантанаһы уҙҙы.

Бөйөк шәхесте хөрмәтләп иҫкә алырға Күгәрсен районының "Оло Эйек" яҡташтар берлегенең рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Илнур Сәлихов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы генераль директорының радиотапшырыуҙар буйынса урынбаҫары, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Үлмәҫбаева, Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының 2 курс студенттары килде.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb