Өфөлә шағир Ирек Кинйәбулатовтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған күргәҙмә асылды

Өфөлә шағир Ирек Кинйәбулатовтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған күргәҙмә асылды

М.Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Республика махсус китапханаһы абонементы ҡунаҡтар һәм уҡыусылар иғтибарына башҡорт шағиры һәм яҙыусыһы, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар Союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Рәми Ғарипов, Сергей Чекмарев исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Ирек Кинйәбулатовтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған «Кешеләр, һеҙгә ашығам» китап күргәҙмәһен тәҡдим итә.

Ирек  Кинйәбулатов 1938 йылдың 15 июлендә Ҡырмыҫҡалы районы Абдулла ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Ҡара Диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. 1961 йылдан 1966 йылға тиклем Башҡорт дәүләт университетында уҡый. «Совет Башкортостаны» гәзите редакцияһының махсус хәбәрсеһе, республика гәзит-журналдарының әҙәби хеҙмәткәре, “Китап” нәшриәтендә мөхәррир булып эшләй. 

 Ирек Кинйәбулатовтың «Ялан юлы» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1970 йылда сыға.  Ул бер нисә китап авторы: «Мөхәббәт иртәһе», «Арғымаҡта», «Мин башҡорт», «Заман тауышы», «Аҡҡоштар бала сығара», «Тормош китабы» һәм башҡалар. РФ һәм БР Яҙыусылар Союзы ағзаһы.

Күргәҙмәлә махсус китапхана фондынан төрлө йылдарҙа нәшер ителгән әҫәрҙәр күрһәтелә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb