Өфөлә Рәсәй киноһы йылы асыла

Өфөлә Рәсәй киноһы йылы асыла
25 ғинуарҙа Башҡортостанда Рәсәй киноһы йылын рәсми асыу тантанаһы үтәсәк. Тантана Өфөнөң Рәсәй кинематографияһы үҙәге — «Родина» кинотеатрында уҙа. «Родина» кинотеатры директоры урынбаҫары Рида Үтәшева хәбәр итеүенсә, көндөҙгө сәғәт 2-лә йәшел залда балалар «Башҡортостан» киностудияһының анимация фильмдарын ҡараясаҡ. Шул уҡ ваҡытта ҙур фойела һәм күк залда киностудияның иң сағыу эштәре күрһәтеләсәк. Байрамға абруйлы ҡунаҡтар һәм республика кинематографистары — актерҙар, режиссерҙар, операторҙар саҡырылған. Ябай тамашасылар өсөн фильмдар киске сәғәт 5-тә күрһәтелә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb