Өфөлә Республика көнө уңайынан «Минең республика» тигән милли квест уҙғарыла

Өфөлә Республика көнө уңайынан «Минең республика» тигән милли квест уҙғарыла

11 октябрҙә Республика көнө хөрмәтенә Өфөлә «Минең республика» тигән милли квест уҙғарыласаҡ.  Программа Ҡунаҡһарай майҙанынан сәғәт 13.00  башлана. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, ҡатнашыусыларға эштәр менән ҡала картаһы бирелә, уларҙы үтәгән өсөн улар балл йыясаҡ. Еңеүсе командаға иҫтәлекле бүләктәр тапшырыу ҡаралған.

Башҡортостан тарихына һәм мәҙәниәтенә арналған сара «Аҫылташ» бренды сиктәрендә ойошторола.

Сараның маҡсаты – башҡорт халҡының мәҙәни-тарихи мираҫын үҫтереү, башҡорт телен популярлаштырыу һәм үҫтереү, йәштәрҙе берләштереү һәм уларҙың үҙ-ара мәҙәни байыуы өсөн ҡоралдар булдырыу.

Квеста ҡатнашырға теләүселәр өсөн алдан теркәлеү үтеү мөһим. Түбәндәге һылтанма аша: https://docs.google.com/forms/d/e/1FAIpQLScdxODnUqneFbPDO1-Lt_oozWcvB2l6w5XcEB453L1MCHPt9w/viewform

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb