Өфөлә опера сәхнәһе йондоҙҙары менән симфоник төн үтте

Өфөлә опера сәхнәһе йондоҙҙары менән симфоник төн үтте

Кисә, 8 июндә, Өфө амфитеатрында «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале башланды. Биш көнлөк байрамды Башҡортостан Милли симфоник оркестры менән Симфоник төн асты.

Фестивалгә Геликон-опера театрынан тенор Виталий Серебряков, Галина Вишневскаяның Опера йырлау үҙәгенән баритон Марат Мөхәмәтйәнов һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Төньяҡ Осетия-Алания Республикаһының халыҡ артисы, бик күп халыҡ-ара конкурстар еңеүсеһе, шул иҫәптән «Алтын битлек» һәм «Алтын софит» эйәһе, шулай уҡ сәнғәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Чехияның «EURO Pragensis Ars» Милли премияһы лауреаты, Ҙур театр солисы Вероника Джиоева килде.

Концертта Вагнерҙең, Пуччиниҙың, Вердиҙың, Чайковскийҙың, Лараның, Бизенең, Кальмандың һәм башҡаларҙың әҫәрҙәре яңғыраны.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb