Өфөлә Нариман Сабитов исемендәге IX Халыҡ-ара музыкант-башҡарыусыларҙың конкурсы тамамланды

Өфөлә Нариман Сабитов исемендәге IX Халыҡ-ара музыкант-башҡарыусыларҙың конкурсы тамамланды

Өфөлә музыкант-башҡарыусыларҙың IX Нариман Сабитов исемендәге асыҡ конкурсының еңеүселәре билдәләнде. Фестивалдең Гала-концерты, еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 20 ноябрь көнө Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә үтте.

Бәйге тарихында тәүге тапҡыр 150 мең һумлыҡ Гран-при еңеүсеһе билдәләнде. Мәртәбәле исемгә «скрипка» номинацияһында башҡарыусы, Римский-Корсаков консерваторияһын тамамлаусы Санкт-Петербург ҡалаһынан Любовь Стекольщикова лайыҡ тип табылды.

Нариман Сабитов исемендәге IX Халыҡ-ара конкурсының лауреаттары: «Фортепиано» номинацияһында 1-се дәрәжә лауреаттары – Александр Ключко (Мәскәү) һәм дүрт йырсы — Регина Звегинцева (Өфө), Наталья Меньшикова (Мәскәү), Наргиз Сатмухамбетова (Астана, Ҡаҙағстан) һәм Константин Артемьев (Мәскәү).

«Фортепиано» номинацияһында 2-се дәрәжә лауреаттары – Руслан Шайназаров (Мәскәү),  «вокал» номинацияһында өс Өфө йырсыһы: Диана Нурмөхәмәтова, Салауат Кейекбаев һәм Рим Рәхимов.

3-сө дәрәжә лауреаттары – пианиносы Даниил Дауытов (Өфө), скрипкасылар Ваге Нерсисян (Өфө) һәм Маргарита Павлова (Мәскәү), шулай уҡ биш йырсы — Гөлнара Вәлиева (Өфө), Айшан Мамедова (Мәскәү), Әлфиә Сәйетова (Октябрьский), Аббосхон Рахматуллаев (Мәскәү) һәм Дамир Таипов (Өфө).

4-се дәрәжә лауреаттары – пианиносы Денис Хөсәйенов (Өфө), скрипкасы Елизавета Глазунова (Санкт-Петербург) һәм йырсылар Гөлшат Ғирфанова (Өфө) һәм Михаил Меньшиков (Мәскәү).

Алексей Вакер (Мәскәү) һәм Иван Калатай (Новосибирск), Өфө скрипкасылары Татьяна Брыкова һәм Юлия Гарехт, вокал номинацияһында —  Астананан (Ҡаҙағстан) ҡатнашыусылар Солтан Бакытжан һәм Мейерхан Тлеулес конкурс дипломанттары булды.

Шулай уҡ бәйгелә ҡатнашып, Нариман Сабитовтың әҫәрҙәрен яҡшы башҡарғандары өсөн махсус бүләктәр менән баһаланды. Улар – Альбина Закирова (Өфө), Александр Ключко (Мәскәү), Руслан Шайназаров (Мәскәү), Ләйсән Яҡшығолова (Өфө), скрипкасылар Шәүрә Аширбаева (Өфө), Асия Ғарипова (Санкт-Петербург), Анастасия Мамяшева (Мәскәү), йырсылар Наталья Меньшикова (Мәскәү), Наргиз Сатмухамбетова (Астана, Ҡаҙағстан), Константин Артемьев (Мәскәү), Дамир Таипов (Өфө).

Мәғлүмәт өсөн: Нариман Сабитов исемендәге конкурс Башҡортостанда 1995 йылдан алып уҙғарыла. Еңеүселәр фортепиано, скрипка һәм вокал йүнәлештәрендә билдәләнә. Бәйгелә 15 йәштән 35 йәшкә тиклемгеләр ҡатнашты.

Нариман Сабитов исемендәге IX Халыҡ-ара музыканттар-башҡарыусылар конкурсы Өфөлә 12-20 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһы башлығы грантына уҙғарылды. Конкурсты ойоштороусылар: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Композиторҙар союзы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты, Өфө ҡала хакимиәте.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb