Өфөлә күренекле шағир Ирек Кинйәбулатовтың ҡәҙер һәм хәтер кисәһе уҙҙы

Өфөлә күренекле шағир Ирек Кинйәбулатовтың ҡәҙер һәм хәтер кисәһе уҙҙы

13 июлдә М.Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында күренекле шағир, журналист һәм публицист, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ирек Кинйәбулатовтың ҡәҙер һәм хәтер кисәһе уҙҙы.

 Ирек Лотфулла улының тыуыуына 80 йыл тулыу алдынан З.Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте, БР Милли әҙәбиәт музейы һәм Ҡырмыҫҡалы районы вәкилдәренең “Яҡташтар” ойошмаһы тарафынан уҙғарылған был сарала И.Кинйәбулатовтың “Китап” нәшриәтендә ошо көндәрҙә генә донъя күргән “Бер йәшәргә тыуҙым” (төҙөүсеһе - Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай) тигән китабының исем туйы ла үткәрелде.

Хәтер кисәһен Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе З.А. Әлибаев тәбрикләп асты. “Китап” нәшриәте директоры И.М. Йәндәүләтов, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, халыҡ шағирәһе Гөлфиә Юнысова, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы Илһөйәр Ғизетдинова, Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Лариса Абдуллина сығыш яһаны.

Шағирҙың бер туған һеңлеһе Рәйсә Лотфулла ҡыҙы, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Рәлиф Кинйәбаев, юмор һәм сатира оҫтаһы Марсель Сәлимов, Башҡортостан “Диңгеҙселәр” ойошмаһының пресс-секретары Р.Х.Иҡсанов, БР Милли әҙәбиәт музейы директоры урынбаҫары И.Д.Шәйәхмәтова, “Яҡташтар” ойошмаһы етәксеһе Ф.Ш. Ҡоҙаҡаев шағир хаҡында йылы хәтирә-иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика китапханаһының тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире Айгөл Буранғолова әҙиптең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, шулай уҡ уның китаптарынан күргәҙмә тәҡдим итте.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb