Өфөлә “Китап байрамы” башланды

Өфөлә “Китап байрамы” башланды

Өфө ҡалаһының Совет майҙанында тантаналы шарттарҙа Китап байрамы асылды. "Китап-байрам" халыҡ-ара йәрминкәһе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән ойошторолдо. Халыҡ-ара йәрминкәлә Рәсәй төбәктәре, Беларусь, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстандан 140-тан ашыу нәшриәт ҡатнаша.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров халыҡтың күплеген күреп шатлығын йәшермәне. Радий Фәрит улы киләсәктә йыл да май айының һуңғы аҙнаһында баш ҡалабыҙҙа китап байрамын үткәреү йолаға инәсәк, тине.

– Һәр саҡ юғары маҡсаттар ҡуйып, уға өлгәшергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Китап яҡшылыҡҡа алып бара. Китап – аҡыллы кәңәшсе лә. Китап байрамын балалар кеҫә телефонынан айырылһын, китап менән дуҫ булһын өсөн үткәрәбеҙ.

Сарала шулай уҡ Рәсәй Президенты ярҙамсыһы, Рәсәй тарих белеме буйынса ведомство-ара комиссияһы рәйесе Владимир Мединский һәм башҡа саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты, Беларусь Республикаһынан да вәкилдәр сәләмдәрен еткерҙе.  

Сарала Ҡөрьән Усман китабының күсермәһен республикабыҙҙың Милли музейына тапшырыу сағыу ваҡиға булды.

Радий Хәбиров кеҫәһенән бәләкәй генә китап сығарып, былай тине:

– Илебеҙгә дан йырлаған "Маленькая книга" тигән китапты һәр саҡ кеҫәмдә йөрөтәм. Ул һаҡлау көсөнә эйә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға ла бүләк итәсәкмен уны.

Фестиваль Совет майҙанында, Совет Һәм Пушкин урамдары буйлап үтә. Совет майҙанында психология буйынса тематик әҙәбиәт менән бер рәттән ваҡытлы әҙәбиәт, моделле китапханалар, кулинар китаптар, ғаилә консультациялары зоналары асыла. Һәр береһендә оҫталыҡ дәрестәре, уйындар, консультациялар ойошторола.

Рәсәй һәм башҡорт әҙәбиәтенең классик әҫәрҙәре — “Кеше яҙмышы”, “Өс таған”, “Ал елкәндәр” буйынса нәфис фильмдар күрһәтелә. Сара барышында конкурстар, хәйриә акциялары, һирәк китаптар күргәҙмәләре ойошторола. Саралар иртәнге сәғәт ундан киске сәғәт 10-ға тиклем бара. Программа менән kitap-bayram.ru сайтында танышырға мөмкин.

Өфөлә “Китап байрамы” башланды
Өфөлә “Китап байрамы” башланды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb