Өфөлә «Йәйләү» башҡорт ҡымыҙы этно-фестивале үтәсәк

Өфөлә «Йәйләү» башҡорт ҡымыҙы этно-фестивале үтәсәк

27-28 июлдә «Аҡбуҙат» ипподромында «Йәйләү» башҡорт ҡымыҙы этно-фестивале үтә. Ул башҡорт ҡымыҙының данын киңерәк таратыу маҡсатынан уҙғарыла.

Байрамға Башҡортостан райондарынан ҡымыҙ етештереүселәр йыйыла, улар Өфөгә үҙ продукцияһын алып килә. Сарала ҡымыҙ бешеүселәр йыйылышы һәм уҡытыу үтә. Шулай уҡ улар үҙенең ҡымыҙын республикала иң яҡшы тип атау хоҡуғына бәйгелә көс һынашасаҡ.

Программала этно-йәрминкә, концерт, балалар һәм өлкәндәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре, этно-ихата һәм балалар зонаһы көтөлә. Ҡымыҙ-бары һәм сәйхана менән ял зонаһы, шулай уҡ «Ашмаркет» ризыҡ фестивале ойошторола. Фестивалдең икенсе көнөндә ғаилә менән «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының сираттағы этабында ат сабышын ҡарарға мөмкин.

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/v-ufe-sostoitsya-masshtabnyj-etno-festival-bashkirskogo-kumysa-jajlyau

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb